Кесе сержант Азамат Байморатов Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәй, әле хаҡлы ялда. Әйткәндәй, ул 1-се Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. – Егетмен тигән егет мотлаҡ армияла хеҙмәт итергә тейеш, уның киреһе булыуы мөмкин түгел, – тип һөйләй Азамат Хәйҙәр улы. – Был һүҙҙәрҙе элек тә әйтә килдем, бөгөн дә уны ҡабатлайым. Малайҙарҙың мөгәрәптә нәҙек кенә булып үҫкән үлән шикелле сибек кенә буй еткереүе аптырата. Тимәк, был үҫмер спорт секцияһына йөрөмәгән, тренажер залдарының барлығын да белмәгән, ә көндәр буйы кеҫә телефонына ҡарап йәки компьютерҙа уйын уйнап ултырған. Теләгем – малайҙар көслө булып үҫһен. Азамат Байморатов повестканы көтөп алған, армияла хеҙмәт итергә ашҡынып торған, ә әрме хеҙмәтендә Васильков ҡалаһында булған. Ул ошо осорҙо һағынып иҫкә ала, армия фотоальбомын дуҫ-иштәре менән бергә ҡарарға ярата. Фото: Йәзилә Байморатова.