Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғафури районынан 1150 тонна аҙыҡ рапсы оҙатылды

Был ризыҡты Беларусь һатып ала, тип хәбәр иттеләр “Россельхознадзор”ҙың төбәк идаралығынан. Идаралыҡтың һынау лабораторияһында экспортҡа тип әҙерләнгән 17 аҙыҡ партияһының барыһы ла тикшереү үткән, зарарлы матдәләр асыҡланмаған. “Энтомологик, гербологик һәм микологик тикшеренеүҙәр был продукцияның бөтә талаптарға яуап биреүен раҫлан”, - тинеләр идаралыҡта. Был эшмәкәрлек ”Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаттарына ярашлы алып барыла. Уның маҡсаты –сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортын 2030 йылға саҡлы 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырыу. Фото: “Башинформ”.