Быйыл Башҡортостанда Ҡала мөхитен уңайлы итеү буйынса иң яҡшы проекттарға Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан биш проектты тормошҡа ашырыу башлана. Бының өсөн федераль сығанаҡтан бүленгән дөйөм сумма – 1,6 миллиард һум. Был эш ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм түбәндәге проекттарға йүнәлтелә: “Новаторҙар бульвары” – Бәләбәй ҡалаһындағы бульварҙы һәм майҙанды кеше тормошо һәм үҫеше, ҡаланың сәнәғәт тарихы метафораһына әйләндереү. “Нефтекама: заман күсәре” – Ленин урамындағы аллеяны ҡала үҫешенә арнап үҙгәртеү. “Йәкшәмбе рәттәре” – Благовещен ҡалаһында тарихи ҡиммәттәрҙе, визуаль образдарҙы үҙ эсенә алған уңайлы һәм заманса урам булдырыу. “Салауат: өн аша ете төш” – Салауат ҡалаһының үҙәк йәмәғәт киңлектәрен берләштереү. “Урал батыр юлы” – Учалы ҡалаһы паркында ваҡиғалар биләмәһен яңыртыу, спорт майҙансыҡтары өҫтәү, балалар уйыны майҙанын тулыһынса үҙгәртеү. Фото: “Башинформ”.