Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

ИТС Өфө урамдарын үтемлерәк итәсәк

“Хәүефһеҙ: сифатлы юлдар” милли проектын (национальный проект “Безопасные качественные дороги ”) тормошҡа ашырыуға ярашлы, Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһы (ИТС) идереләсәк. Был эш баш ҡала урамдарында транспорт үтеү мөмкинлеген арттырасаҡ тип күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов Өфөнөң Ситуация үҙәгендәге осрашыуҙа белдерҙе. Мәҫәлән, баш ҡаланың төп магистралдәре булған Октябрь проспектында һәм Комсомол урамында уртаса тиҙлек сәғәтенә 24,5 километрҙан 27,2 километрғаса артты. ИТС индереүҙе өс йыл тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 140 светофор комплексы яңыртылды, видеоаналитикалы 70 камера ҡуйылды. Фото: “Башинформ”.