Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре балалар экостанцияһында уҡыусы йәш натуралистар менән осрашты. Сара “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә балаларҙы урман янғындарын иҫкәртеү хеҙмәтенең эше менән таныштырыу, уларҙың экологик мәҙәниәтен күтәреү һәм тәбиғәткә яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо. - Беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙҙең урманды һаҡлауҙың мөһимлеген, уны уттан һаҡлау өсөн кешеләрҙең ниндәй тырышлыҡ һалыуын аңлауҙарын теләйбеҙ. Урман янғындарын һүндереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу - ул был турала тәүгеләрҙән булып ишетеү мөмкинлеге, - тип билдәләне Баймаҡ ҡалаһының Йәш натуралистар станцияһы директоры Оксана Пономарева. Урман янғындары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре урман янғындарының ни сәбәпле сығыуы, уларҙы һүндереү һәм иҫкәртеү өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. – Күпселек осраҡта