Бер милләт тә бәләкәй һәм кәм түгел, ә бөтәһе лә бөйөк. Башҡортостанды ғына алып ҡарағанда ла, рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡалар бынамын тигән ғүмер кисерә, мәҙәниәтен, традицияларын үҫеп килеүсе йәш быуынға еткерә, иң мөһиме, үҙ-ара татыулыҡ һәм аңлашыусанлыҡ көслө. Рядовой Самат Алхамов та беҙҙең фекерҙе тулыһынса хуплай. – 1984–1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт иттем, Әрманстандың баш ҡалаһы Ереванда булдым, – тип һөйләй Самат Туҡай улы. – Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнгән Кавказ аръяғы хәрби округына эләгеүемде оло бәхеткә тиңләйем. Армия донъяға ҡарашымды үҙгәртте – эргә-тирәләгеләргә иғтибарлы, кеселәргә ярҙамсыл, өлкәндәргә хөрмәт менән ҡарау һәм бүтән сифаттарҙы тәрбиәләүе шуға асыҡ миҫал. Хөрмәт тигәндән, Самат Алхамов милләт-ара татыулыҡтың ҡәҙерен белә, бүтәндәрҙе лә шуға өндәй. Ул һөйләүенсә, әлбиттә, армия ҡаты дисциплинаға ҡоролған, кем әйтмешләй, "бер таҡтанан ғына йөрөргә тейешһең". Элекке СССР-ҙағы төрлө республикаларҙан егеттәр йыйылған, улар бер-береһенә теләктәш һәм ф