Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә ҡытай телен өйрәнеүгә иғтибар артты. Бер яҡтан Рәсәй менән Ҡытай төрлө өлкәләрҙә тығыҙ хеҙмәттәшлек итһә, икенсенән күпселек полилингваль мәктәптәрҙә ҡытай теле мотлаҡ өйрәнелергә тейешле икенсе сит тел тип тә иҫәпләнә. Өсөнсөнән, Ҡытайҙың боронғо фекерләүсеһе һәм философы булған Конфуций теле йәштәр араһында ла киң популярлыҡ яулай. Уның тәғлимәтен өйрәнергә теләүселәр ҡытай теле менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, конфуцианлыҡ булараҡ билдәле философия системаһының нигеҙенә әүерелеп, Ҡытай һәм Көнсығыш Азия тормошона тәрән йоғонто яһаған Конфуцийҙың хеҙмәттәрен үҙ нөсхәһендә уҡырға теләүселәр арта. Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының педагогик белем биреү (ҡытай/башҡорт теле) бүлегенең II студенткаһы Йәнгүзәл Зәйнуллина күптән түгел ярты йыл Ҡытайҙа уҡып ҡайтты. Түбәндәге әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта булыр? —Йәнгүзәл, үҙең хаҡында таныштырып үтһәң ине? —Баймаҡ ҡалаһында ишле ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым менә