Бөгөн - Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 36 йыл. Афған һуғышы – тарихыбыҙҙың ҡайғылы бер бите. Ул туғыҙ йыл, бер ай һәм 19 көн дауам итә. Был һуғышта 10 йыл эсендә 15 меңдән ашыу совет һалдаты һәм офицеры һәләк була, ә Башҡортостандан туғыҙ мең хәрби ҡатнашып, уларҙың 343-ө һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала... Афған яуын үткән, бөгөнгө тыныс тормошта өлгөлө ғаилә башлығы, бар яҡлап килгән оҫта ҡуллы Мөхтәр Хәсәнов Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Бер туған еҙнәйем күргән-кисергәндәрен асылып китеп һөйләргә яратмай. Йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдырған, әллә күпме ғәзиз дуҫтарын юғалтҡан, тауҙарҙағы атыш һәм шартлау тауыштары, аҙналар буйына ауыҙына тәғәм ризыҡ алмаған, эсәр һыуға зар-интизар булған ваҡыттары, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан саҡтарын ҡайтанан хәтергә төшөрөүе лә, ул осорҙо яңынан күҙ алдына килтереүе ҡыйындыр. Уны тик үҙ башынан үткәндәр генә аңлайҙыр... Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватаны ҡушҡан бурысты үтәй. Үҙ илен һайлап ала алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә х