Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тәнзилә Үҙәнбаева призына асыҡ район конкурсы үтте

Тәнзилә Үҙәнбаева призына башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ район конкурсы үтте. Вокаль-башҡарыу оҫталығы традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, үҙешмәкәр йырсылар араһында талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарылған йыр сәнғәте өлкәһендәге мәртәбәле сараларҙың береһе булған был конкурс 2018 йылдан үткәрелә. Быйыл ул үҙешмәкәр башҡарыусыларҙы өс йәш төркөмөндә берләштерҙе йәғни еңеүселәр 7-нән 13 йәшкә, 14-тән 22 йәшкә тиклемгеләр, 23 һәм унан өлкәндәр араһында билдәләнде. Унда бөтәһе 31 һәүәҫкәр йырсы ҡатнашты. Конкурс географияһы йылдан-йыл киңәйеүе күҙәтелә. Быйыл Силәбенән дә конкурсант бар ине. Бынан тыш, профессиональ башҡарыусылар конкурсында айырым конкурс категорияһында ҡатнашырға рөхсәт ителде. Ҡатнашыусылар Тәнзилә Үҙәнбаева менән Юлай Үҙәнбаевтың репертуарынан ике әҫәрҙе, шулай уҡ халыҡ вокаль әҫәрен яңғыҙ башҡарырға тейеш ине. Әйтергә кәрәк, был көндө сәхнәлә Тәнзилә Үҙәнбаева репертуарынан байтаҡ йыр яңғыраны. Конкурсты район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, мәҙәни-ял үҙәге ойошторҙо. Һайлап алыу этабынан һуң кисен гала-концерт булды. Концерт программаһы өсөн иң яҡшы сығыштар һайлап алынды.