Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булышлығында “Китап байрамы” III халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғариза биреү кампанияһы асылды. Быйыл был ҙур сара 30 майҙан 1 июнгә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы йөрәгендә - Совет майҙанында уҙғарыла. “Китап байрамы”нда Рәсәй һәм сит ил нәшриәттәре, китап һатыу фирмалары һәм ойошмалары, шулай уҡ китапханалар, китап магазиндары һәм полиграфия предприятиелары ҡатнаша ала. Йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн сараның рәсми сайтында www.kitap-bayram.ru форманы тултырырға кәрәк. Белешмә өсөн: “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе 2023 йылдан уҙғарыла. Был ваҡыт эсендә ул әҙәбиәт һөйөүселәр, яҙыусылар, нәшриәтселәр өсөн осрашыу үҙәгенә, шулай уҡ республиканың төп мәҙәни ваҡиғаларының береһенә әүерелде. Мәҫәлән, былтыр халыҡ-ара китап йәрминкәһендә 233 нәшриәт үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сараға Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 7 илдән (Беларусь, Азербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сәғүд Ғәрәбстаны) ҡатнашыусылар килде. Й