Заман геройҙары исемдәрен 13 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк «Ҡурай даны» милли телевизион премияһы тантанаһында иғлан итәсәктәр. «Ҡурай даны» милли телевизион наградаһы 2018 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Курай-ТВ» музыкаль-күңел асыу телеканалы башланғысы менән булдырылған. Төрлө өлкәлә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу, халыҡ йолаларын, кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереү кеүек маҡсаттар телепремияны әһәмиәтле, абруйлы проекттарҙың береһенә әүерелдерҙе. Награда үҙ тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән, төрлө өлкәлә һөнәри фиҙакәрлеккә эйә булған үҙ эшенең оҫталарына, эшҡыуарҙарға, күп балалы ғаиләләргә, ижади лидерҙарға бирелә. 2024 йылда телепремияға 27 номинант дәғүә иткән. Быйыл премия алты номинацияла тапшырыласаҡ: «Ер кешеһе», «Ҡул оҫтаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар», «Ҡул оҫтаһы. Ир-егеттәр”, «Иң яҡшы ауыл фельдшеры», «Миһырбанлы ғаилә», «Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы»