“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттар өсөн ҡабул итеү бүлмәһе, терапевт, педиатр, прививка яһау, процедура кабинеттары бар. Шулай уҡ көндөҙгө стационар эшләй. Өлкәндәр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Табиплыҡ амбулаторияһы алты ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Тәүге медик-санитар ярҙамды 4,1 мең кеше аласаҡ. Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программ