Сифатлы ағас ултыртыу материалы фондын булдырыу – “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә бурыстарҙы ваҡытында үтәү нигеҙе. Был йүнәлешкә Башҡортостан урмансылары ҡышҡы осорҙа ла ҙур иғтибар бүлә. Үҫентеләрҙе ултыртыр алдынан уларҙы дөрөҫ һаҡлауҙы тәьмин итергә кәрәк. Ошо маҡсатта Тирлән урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡар өйөрмәләре яһаған. Уларҙа үҫемлектәрҙе консервациялау өсөн ҡулай шарттар булдырыла, был уларҙың үҫеүен тейешле ваҡытҡа тиклем кәметергә һәм урман культураларының сифатын күтәрергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, урмансылар урман питомниктарында ял итеү урындарын булдырыу эштәрен дә алып бара. - Температураның төрлөлөгө арҡаһында урман питомниктарындағы үҫентеләр өҫтөнәндә ҡар япмаһы барлыҡҡа килә, уны беҙ ҡул менән тишәбеҙ. Ошо тишектәр йәш ағастарға һауа әйләнешен булдыра, шуның менән уларҙың һәләк булыуына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә. Ә ҡар тиҙерәк иреһен өсөн, участкаларға көл һибәбеҙ