“Экология. Ижад. Балалар” ҡала фестивале Өфөлә “Фортуна” үҙәгендә “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү өсөн ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр иттеләр. Тәбиғи-фәнни йүнәлештәге өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыған ете команда “Фортуна тәгәрмәсе” интеллектуаль уйынының һигеҙ төрлө турында ярышты. Уйында Дим, Ленин, Совет, Октябрь, Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан үҫеш һәм ижад үҙәктәре, экология-биология үҙәктәре һәм йәш натуралистар станциялары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Мәҫәлән, беренсе тур Бөйөк Ватан һуғышының онотолған геройҙарына – фронтта кешеләргә ярҙам иткән хайуандарға арналды. Шулай уҡ балалар ҡурсаулыҡ эше менән бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Бынан тыш, фестиваль барышында “Экология. Ижад. Балалар” стикерпарктар күргәҙмәһе үтте. “Йыл һайын “Йәшел Башҡортостан” республика экологик проекты сиктәрендә фестивалдә баш ҡаланың өҫтәмә белем биреү учрежден