Бәрәкәтле Стәрлебаш еренә эш сәфәре буйынса беренсе тапҡыр ғына барыуыбыҙ түгел, тик бөгөн был тарафтарға ғүмерҙә булмағанса тулҡынланыу менән юлға сыҡтым, күңелемде төрлө уй-хис биләне: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ғүмерен Тыуған иле өсөн аямаған яугирҙең ҡатыны менән осрашыу көтә ине беҙҙе. Әммә төндә эргә-тирәгә ап-аҡ балаҫ кеүек түшәлгән, иртә таңда инде һирәкләп яуған ҡар уй-ниәтебеҙҙе ҡеүәтләгән, Тәбиғәт-Әсә үҙе терәк булған кеүек тойолдо... Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылында фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов менән беҙҙе Сәриә Ғүмәр ҡыҙы Ғәлимова ҡапҡа тышына сығып уҡ ҡаршы алды һәм, күптән белгән кешеләреләй, ихласлап беҙҙе ҙур, иркен һәм матур йортҡа әйҙүкләне. “2000 йылда Салауат ошо йортто һала башланы, уға бер туған ағаһы Флүр, минең бер туған ағайым Илдар ныҡ ярҙам итте. Бураны Бөрйән районының Собханғол ауылынан килтергәйнеләр, - тип башланы һүҙен күҙҙәре моң-һағыш менән тулы ҡатын. – Ана эргәлә генә икенсе улыбыҙ ҙа өй күтәрҙе. Ике ул үҫтергәйнек Салауатым мен