Актер һәм йырсы Сәғиҙулла Байегет 30 йыллап элек яҙған бер йырын гармунда уйнап һәм башҡарып күрһәткән дә тамашасыларының фекерен һораған: "30 йыл самаһы элек бер йыр ижад иткән инем. Һандыҡ төбөнән сығарып һеҙҙең хөкөмгә тапшырам. Әгәр оҡшаһа, заманса аранжировкалап, сәхнәгә сығарыр инем. Уның өсөн комментарийҙарҙа ни бары "эйе" һүҙен яҙырға кәрәк". Сәғиҙулланың тыңлаусылары йырҙы бик хуплап ҡаршы алған, күптәр "эйе" тип яҙған. Хатта "аранжировка эшләмәйенсә, ошолай йырла" тип тә үтенгәндәр. Йырҙа ошондай юлдар ҙа бар: "Бер йырламай йөрәк түҙә алмай". Шулай булғас, көтәбеҙ! Әлегә бер өҙөгөн С. Байегеттең сәхифәһенә инеп тыңлай алаһығыҙ. Фото: https://vk.com/id125235703
Һандыҡ төбөнән 30 йыл элек яҙылған йырын сығарған
26 февраля 202526 фев 2025
~1 мин