Бөгөн Өфө ҡалаһындағы Колонналы залда “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2025” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025” төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа старт бирелде. Уларҙың тәүгеһе быйыл – 35-се тапҡыр, икенсеһе 30-сы тапҡыр үткәрелә. Быйылғы конкурстар 200-ҙән ашыу педагогты тупланы. Уларҙың 148-е – “Йыл уҡытыусыһы”, тағы ла 55—е “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнаша. Әйткәндәй, быйыл тәүге тапҡыр туған телдәр, йәғни башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм сыуаш телдәре уҡытыусылары үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ. Шулай уҡ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыусылар араһында Силәбе өлкәһенән ике милләттәшебеҙ бар. – Бөгөн, республикабыҙҙың бер символы булып торған Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы көнөндә, беҙҙең матур традицияға әйләнгән конкурстарыбыҙҙың асылыуы айырыуса мәртәбәле. Ә инде бәйгелә ҡатнашҡан уҡытыусыларға ҙур рәхмәт! Республика һәм төбәк-ара кимәлдә үткән конкурстарҙа үҙегеҙҙе лайы