Өфөнөң Киров район суды “Пруфы” нәшриәтсеһе Рәүфә Рәхимованың власть һәм йәмғиәткә ихтирамһыҙлыҡ күрһәтеүе буйынса сираттағы хоҡуҡ боҙоу эшен ҡараны. Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәхимоваға 30 мең һум штраф һалынған. Ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән. “Пруфы” нәшриәтсеһен Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.1 статьяһының 3-сө өлөшө (“мәғлүмәт-коммуникация селтәрендә, шул иҫәптән интернетта йәмғиәткә, дәүләткә, Рәсәйҙең рәсми дәүләт символдарына, РФ Конституцияһына һәм Рәсәйҙә дәүләт власын тормошҡа ашырған органдарға ҡағылышлы кешелек намыҫын һәм йәмәғәт әхлағын мыҫҡыллаған мәғлүмәт таратыу”) буйынса хөкөм иттеләр. Рәүфә Рәхимованы суд фейктар таратҡан өсөн быға тиклем дә бер нисә тапҡыр хөкөм иткәйне инде. Фото: “Башинформ”.