Бөгөн, 25 февралдә, иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Илеш районының Баҡалы – Үрге Йәркәй автомобиль юлының 49-сы километрында ҡот осҡос авария теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, водитель танытмаһы булмаған 36 йәшлек водитель, “Тойота Ленд Крузер” автомобилендә, алдағы транспортты уҙып китәм тип, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм унда “Деу Матиз” автомобиленә бәрелә. Көслө бәрелештән һуң “Тойота Ленд Крузер” автомобиле 47 йәшлек ҡатын идара иткән “Шевроле Лачетти” автомобиленә һуғыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Деу Матиз” рулендә булған 40 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында вафат булған, ҡалған ҡатнашыусылар зыян күрмәгән. Шаһиттар әйтеүенсә, бәрелеш шул тиклем көслө булған, хатта һөйләүе лә ҡурҡыныс. Мәрхүмәнең өс балаһы ҡалған, тип хәбәр итәләр. Хөрмәтле водителдәр, юл-транспорт ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, һеҙҙең яуапһыҙлығығыҙ арҡаһында ғәйепһеҙ кешеләр һәләк була, балалар етем ҡала. Фото сығанағы: https://t.me/bash_gibdd/7179.
Танытмаһыҙ ир арҡаһында ғәйепһеҙ ҡатын һәләк булды
25 февраля 202525 фев 2025
~1 мин