Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡытайҙы күргегеҙ киләме?

Ниһайәт, сит илгә йөрөгән туристар өсөн шәп яңылыҡ: "Аэрофлот" авиакомпанияһы Өфөнән Ҡытайға тура рейс аса. 23 марттан "Аэрофлот" авиакомпанияһы туроператорҙар менән берлектә Мостай Кәрим исемендәге "Өфө" аэропортынан Ҡытайҙың иң популяр диңгеҙ курорттарының береһе - Саньяға осоу программаһын аса. Рейстар 23 марттан йәкшәмбе һайын планлаштырылған, 3 апрелдән кесаҙна һайын осоуҙар өҫтәләсәк. Был йүнәлештә 296 пассажир һыйҙырған Airbus-300 һауа суднолары эшкә йәлеп ителәсәк. Юл ваҡыты 8 сәғәт 30 минут тәшкил итә. Ҡытайға барырға теләүселәр бөгөндән үк сумаҙандарын әҙерләй башлаһа ла була. Фото: yakutiamedia.ru