Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Даими һатып алыусылары күп

Стәрлетамаҡтағы хужалыҡ тауарҙары һәм көнкүреш химияһы магазины Башҡортостан микрокредит компанияһынан 1,8 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы алды. Был средстволар яңы тауарҙар һатып алыу һәм магазиндың ассортиментын киңәйтеү өсөн файҙаланылды. Эшҡыуарҙарға ярҙам ”Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. – Льготалы займдар түбән процент ставкалары һәм һығылмалы шарттар тәҡдим итә, был уларҙы үҙ сығымдарын оптималләштерергә ынтылған бәләкәй предприятиелар өсөн йәлеп итә. Был финанс ҡарар эшҡыуарҙарға финанс йөкләмәһен кәметеүҙән тыш, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында үҙ ресурстары менән иркен идара итергә мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Комфорт” магазины 2001 йылдан алып эшләй. Башҡортостан микрокредит компанияһынан дәүләт займы бизнесты артабан үҫтереү өсөн стимул булды. Хужалар актуаль трендтарға һәм ҡулла

Стәрлетамаҡтағы хужалыҡ тауарҙары һәм көнкүреш химияһы магазины Башҡортостан микрокредит компанияһынан 1,8 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы алды. Был средстволар яңы тауарҙар һатып алыу һәм магазиндың ассортиментын киңәйтеү өсөн файҙаланылды. Эшҡыуарҙарға ярҙам ”Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. – Льготалы займдар түбән процент ставкалары һәм һығылмалы шарттар тәҡдим итә, был уларҙы үҙ сығымдарын оптималләштерергә ынтылған бәләкәй предприятиелар өсөн йәлеп итә. Был финанс ҡарар эшҡыуарҙарға финанс йөкләмәһен кәметеүҙән тыш, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында үҙ ресурстары менән иркен идара итергә мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Комфорт” магазины 2001 йылдан алып эшләй. Башҡортостан микрокредит компанияһынан дәүләт займы бизнесты артабан үҫтереү өсөн стимул булды. Хужалар актуаль трендтарға һәм ҡулланыусылар өҫтөнлөктәренә иҫәп тотоп, ассортиментты киңәйтеүҙе дауам итергә ниәтләй. Был баҙарҙағы позицияларҙы нығытырға һәм урындағы иҡтисад үҫешенә өлөш индерергә мөмкинлек бирәсәк. – Финанс ярҙамы беҙгә миҙгел башына әҙерләнергә һәм клиенттарыбыҙҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итте. Беҙҙә яңы тауарҙарҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көткән даими һатып алыусылар бик күп, – тип билдәләне магазин етәксеһе Зөлфиә Ибраһимова. Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.