Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан – модулле ҡунаҡханалар буйынса лидер

Башҡортостан, Алтай крайы һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы модулле ҡунаҡханаларҙа сафҡа индерелгән номерҙар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Был хаҡта бөтә Рәсәй селекторында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников хәбәр итте. Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән кәңәшмә барышында 2024 йылда «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектында ҡаралған ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу һәм 2027 йылға тиклемге пландар ҡаралды. – Модулле ҡунаҡханалар төҙөү программаһы күләме буйынса ҙур алға китешкә өлгәште. Быға тиклем глэмпингтар һәм кемпингтар илдә бындай күләмдә төҙөлмәне. Программаның Президент ярҙамын алыуы ла, өҫтәмә ресурстарға өлгәшеүе лә мөһим. Һуңғы ике йылда ғына 10 мең номерҙы төҙөүгә 15 миллиард һум йүнәлтелде, – тип билдәләне Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников. Башҡортостанда һуңғы өс йылда модулле ҡунаҡханалар төҙөүгә ҡаҙнанан 738 миллион һум йүнәлтелгән. Уларҙы төҙөүгә тағы 936 миллион һум аҡсаны инвесторҙар индергән. – 2023-2024 йылдарҙа 24 муниципа

Башҡортостан, Алтай крайы һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы модулле ҡунаҡханаларҙа сафҡа индерелгән номерҙар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Был хаҡта бөтә Рәсәй селекторында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников хәбәр итте. Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән кәңәшмә барышында 2024 йылда «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектында ҡаралған ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу һәм 2027 йылға тиклемге пландар ҡаралды. – Модулле ҡунаҡханалар төҙөү программаһы күләме буйынса ҙур алға китешкә өлгәште. Быға тиклем глэмпингтар һәм кемпингтар илдә бындай күләмдә төҙөлмәне. Программаның Президент ярҙамын алыуы ла, өҫтәмә ресурстарға өлгәшеүе лә мөһим. Һуңғы ике йылда ғына 10 мең номерҙы төҙөүгә 15 миллиард һум йүнәлтелде, – тип билдәләне Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников. Башҡортостанда һуңғы өс йылда модулле ҡунаҡханалар төҙөүгә ҡаҙнанан 738 миллион һум йүнәлтелгән. Уларҙы төҙөүгә тағы 936 миллион һум аҡсаны инвесторҙар индергән. – 2023-2024 йылдарҙа 24 муниципалитетта модулле ҡунаҡханалар төҙөү буйынса 52 проектты хупланыҡ. Ошо йүнәлештәге комплекслы эш яҡшы һөҙөмтәләр бирә һәм туристик хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Бындай проекттарҙың һанын күбәйтеү республикаға тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итер, улар үҙенсәлекле тәбиғәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән таныша алыр, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. 2025 йылдан «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» тип аталған яңы милли проект (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) – «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектының дауамы – ғәмәлгә ашырыла. Уның эсендә республиканың үҙ йүнәлеше – “Номерҙар фондын, инфраструктура һәм йәлеп итерлек яңы урындар булдырыу” проекты тормошҡа ашырыла. Аҡсаны туристик инфраструктураны үҫтереүгә, ваҡиғаларға бәйле саралар үткәреүгә, ҡала биләмәһенең туристик үҙәген төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә бүлеү ҡаралған. Фото: gtrk.tv