25 февраль — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, ул 2002 йылдан алып билдәләнә. Бөгөн беҙ республиканың төп символдарының береһен – Башҡортостан флагын хөрмәтләйбеҙ. Ул — республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибут. Әләм илдең төрлө төбәктәрендәге республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә лә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларҙың юлдашы. Ул республика халыҡтарын берләштерә, төбәгебеҙҙең тарихын һәм мәҙәни байлығын сағылдыра. 1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул итә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе — яңы флаг раҫлана. Башҡортостандың Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны һуңыраҡ, 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителә. Рәссамдар араһында конкурс иғлан ителә,
Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө
25 февраля 202525 фев 2025
1 мин