Найти в Дзене

Экологияның әһәмиәте ҙур

Өфөлә “Заманса тормошта экологияның роле” тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция булып үтте. Был сара “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы. Ул “Профессионалдар” һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабының эшлекле программаһының мөһим сараһы булып тора. Конференция барышында Өфөнөң урман-техник техникумы студенттары докладтар һөйләне, көнүҙәк экологик проблемалар күтәрелде. Дискуссиянан һуң сарала ҡатнашыусылар экологик белем менән алмашыуҙың йәш ғалимдарға үҫешергә ярҙам итеүен билдәләне. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә. Бында эш бер нисә йүнәлештә алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.