Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике миҙал – беҙҙеке!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 февралдән 16 февралгә тиклем республикала һаңғырау спортсыларҙың "Беҙ бергә. Спорт" Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы бара. Башҡортостан йыйылма командаһы иҫәбендә ике көмөш миҙал бар. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡташтарыбыҙ Зөлфир Зәйнуллин (Әбйәлил егете) һәм Ангелина Хамицевич супер-гигантта икенсе урындар алды. Ярыш хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында урынлашҡан “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәге трассаһында үтте. Башҡортостан спортсыларының ошондай мәртәбәле ярыштарҙағы уңышы төбәктә был тармаҡҡа етди иғтибар бүленеүен күрһәтә. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡаҙаныштар Башҡортостан етәкселеге тарафынан ярҙам булыуы, спорт инфраструктураһының үҫеше һәм тренерҙарҙың әүҙем эше һөҙөмтәһендә мөмкин. Сығанаҡ: “Башинформ”.