“Улыбыҙға 10 ай. Әлимдең инде үҙ режимы бар. 21.00-23.00 сәғәттәр араһында йоҡларға ята. Төндә ике сәғәт һайын ашарға һорап уяна. Иртәнге туғыҙҙа тора. Көндөҙ йоҡлап ала, ләкин ике сәғәт йоҡлағаны бик һирәк. Киске биштәрҙә ятып алырға мөмкин. Имеҙәм, бутҡалар, өҫтәлдән ризыҡтар ашай. Сәйнәргә тырышһа ла, әлегә ҙур киҫәкле ризыҡтар бирмәйем. Былай бөтә ризыҡты ла яратып ашай. Дүрт тешебеҙ бар, тағы ла икәүһе сығырға йыйына. “Ку-ку” уйнарға ярата, йоҡо бүлмәһенә үрмәләп кереп ҡаса ла, үҙен эҙләп кереп, “ку-ку” тигәндәрен көтә. Ултырған еренән тороп, 20-30 секунд тирәһе баҫып тора әле. Ҡулынан тотһаҡ, йөрөй. Атлап китер өсөн атаһының гастролдәрҙән ҡайтыуын көтә, күрәһең. Машиналар менән уйнай, уларҙы иҙәндә, йыһаздар буйлап алып йөрөтә. Туп уйнарға ярата. Пульт – иң яратҡан уйынсығы. Ҡайһы пульттың нимәнән икәнлеген яҡшы белә. Һәр уңышына һөйөнә һәм сәпәкәйләй. Бөтә таныған кешеләре менән ҡулын күтәреп иҫәнләшә”, - тип улының һөнәрҙәре тураһында бик яратып яҙған йәш әсә. Беҙ ҙә кескәй Ә