“Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарын хәл итеүҙә урман хужалығы учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү ҙур роль уйнай. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы вәкилдәре Өфө урман-техник техникумының сығарылыш курс студенттары менән осрашты. Осрашыу һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеге сиктәрендә үткәрелде, уның төп маҡсаты булып йәш кадрҙарҙы тармаҡтағы эшкә йәлеп итеү тора. Урман хужалығы министрлығы вәкилдәре студенттарҙы ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙағы, үҙәк аппараттағы вакансиялар менән таныштырҙы. Эштең нескәлектәре, һөнәргә бәйле теге йәки был хеҙмәткәрҙәргә ниндәй бурыстар йөкмәтелеүе хаҡында һөйләнеләр. – Беҙ урман профилендәге сығарылыш уҡыусыларына эшкә урынлашыуҙа әүҙем булышлыҡ итәбеҙ. Был – өҫтөнлөклө бурыстарыбыҙҙың береһе. Тармаҡты үҫтереү өсөн йәш, квалификациялы кадрҙар бик мөһим. Урман һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтендәге яңылыҡтарҙы, шулай