Найти в Дзене

Радий Хәбиров Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

11 февралдә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе генерал Шайморатов миҙалын Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының мәғлүмәт технологиялары үҫеше буйынса директор урынбаҫары Радмир Байегетовҡа, Александр Доставалов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальонының медицина ротаһының взвод командиры Арыҫлан Мырҙағоловҡа тапшырҙы. Яугирҙәр юғары наградаға хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ булды. -Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Хөкүмәткә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн барлыҡ Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерәм. Беҙ тылдың ныҡлы булыуын тоябыҙ. Беҙҙең ғаиләләребеҙгә лә ярҙам күрһәтелә. Тыл менән фронт берҙәм булғанда беҙҙе еңеп булмай. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тине Радмир Байегетов. Башҡортостан Башлығы яугирҙәргә яҡшы итеп хеҙмәт итеүҙәрен һәм ҡуйылған бурысты үтәгәндән һуң иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.