"Уҙған ял көндәрендә Һиндостандан буласаҡ табиптар төркөмө "Еҙем" тәбиғәт паркына, атап әйткәндә, Ғафури районының Толпар ауылына килде. Йылы яҡ ил халҡы өсөн ҡышҡы тәбиғәт менән һоҡланыу мөмкинлеге ысын экзотика, үҙе бер илаһи күренеш", - тип хәбәр итте Ғафури районының "Табын" гәзите. Башҡорт дәүләт медицина университетынан 17 егет һәм ҡыҙ тәбиғәт паркының иҫтәлекле урынын - Мәмбәт ҡаяһын ҡарарға теләгән. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса инспекторҙар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылағас, Толпар ауылы халҡы уларға егеүле аттарҙа ултырып йөрөү мөмкинлеген тәҡдим иткән. Ҡунаҡтарҙы участка инспекторы Рим Ваһапов һәм инспектор Вафир Сөләймәнов оҙатып йөрөгән. Ҡышҡы һауаны һулап, бындағы матурлыҡҡа һоҡланған йәштәр был ерҙәргә тағы ла килмәй ҡалмаҫ. Ысынлап та, һоҡланып туйғыһыҙ бит беҙҙең ерҙәр. Автор: Әлфиә Вәлиева. Сығанаҡ: "Табын" гәзите.
Һинд ҡыҙҙары һәм егеттәре Еҙем буйына нимә эҙләп барған?
11 февраля 202511 фев 2025
~1 мин