Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Берлектәге эш - ике яҡ өсөн дә ҡеүәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 5 – 8 февралдә Беларусь Республикаһында Башҡортостан делегацияһы эшләне. Унда берлектәге проекттар, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү мәсьәләләре хаҡында киң фекер алышыу булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Президенты А.Г. Лукашенко һәм Премьер-министр Р.А. Головченко менән осрашты. Эшлекле сәфәр ике аралағы стратегик хеҙмәттәшлекте көсәйтте, иҡтисадта, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, гуманитар өлкәлә яңы үҫеш мөмкинлектәре билдәләнде. Башҡортостан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе эҙмә-эҙлекле нығыта бара. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Александр Лукашенко тарафынан юғары кимәлдә ҡабул ителеүе ике яҡ бәйләнештең мөһимлеге, стратегик характерҙа булыуы, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгәне хаҡында һөйләй. Был хеҙмәттәшлекте иҡтисад белгестәре лә, мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы финанс һәм кредит кафедраһы доценты Азамат Барлыбаев юғары баһалай. – Башҡортоста

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 5 – 8 февралдә Беларусь Республикаһында Башҡортостан делегацияһы эшләне. Унда берлектәге проекттар, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү мәсьәләләре хаҡында киң фекер алышыу булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Президенты А.Г. Лукашенко һәм Премьер-министр Р.А. Головченко менән осрашты. Эшлекле сәфәр ике аралағы стратегик хеҙмәттәшлекте көсәйтте, иҡтисадта, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, гуманитар өлкәлә яңы үҫеш мөмкинлектәре билдәләнде. Башҡортостан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе эҙмә-эҙлекле нығыта бара. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Александр Лукашенко тарафынан юғары кимәлдә ҡабул ителеүе ике яҡ бәйләнештең мөһимлеге, стратегик характерҙа булыуы, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгәне хаҡында һөйләй. Был хеҙмәттәшлекте иҡтисад белгестәре лә, мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы финанс һәм кредит кафедраһы доценты Азамат Барлыбаев юғары баһалай. – Башҡортостан менән Беларусь Республикаһын күптәнге сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек бәйләй, – ти Азамат Әҙеһәм улы. – Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса ике яҡлы килешеүгә 1999 йылда уҡ ҡул ҡуйылды. Һөҙөмтәлә 2001 йылда Өфө ҡалаһында Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселеге эшләй башланы. Күптән түгел иһә, 2021 йылда, Минскиҙа Башҡортостан вәкиллеге булдырылды. Ике дәүләттең дә ҡеүәте ҙур. Шуға ла хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, улар Туймазы пластик изделиелар заводына һәм “Стройтрейд” компанияһына ҡулланыу тауарҙарын ташый. Беҙҙең “БелЗАН” компанияһы иһә белорус предприятиеларын станок ҡорамалдары, автомобиль комплекттары менән тәьмин итә. Өфө троллейбус-трамвай заводы менән Минск автозаводының берлектә троллейбус эшләү проекты йылдам үҫеш алды. Яңы инициатива – Башҡортостан-Беларусь инвестиция кластеры төҙөү. Ул ике республика компаниялары араһындағы берлектәге проекттарға ярҙам системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ике арала иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлеген киңәйтеү планлаштырыла. Фото А. Барлыбаевтың шәхси архивынан.