Тимур Вәлитовтың Баймаҡ фажиғәләренә арналған фильмын, ниһайәт, ҡарағандан һуң тыуған төп фекер ошо. Фильм быға тиклем беҙҙең каналда тап Баймаҡ ваҡиғалары буйынса яҙылған фекерҙәр менән тулыһынса ауаздаш һәм уларҙы тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Бер генә фактҡа туҡталғанда. Фәнзил Әхмәтшин видео яҙҙырып ябай халыҡтың хис-тойғоларында уйнап ҡыланыуҙан тыш, эйе, халыҡты беҙ ойошторҙоҡ, бының өсөн минең үҙемә лә алдан Баймаҡҡа барып, егеттәрҙе туплап ҡайтырға кәрәк булды, тип белдерҙе.Берәү ҙә теленән тартмай, көсләмәй, интервью барышында Фаил Алсынов* менән һөйләшеүҙәре хаҡында үҙ ирке менән бәйән итә. "Һине ултыртасаҡтар, бер ысул - Ҡуштау ваҡытындағы һымаҡ урамға халыҡты алып сығырға кәрәк" тигән кәңәш биреүен белдерә. Йәғни шантажлау, власты ҡурҡытыу өсөн улар халыҡты файҙалана. Урынға барып ойоштороу эштәрен (үҙе лә әйтеүенсә, Баймаҡта 40-лап ир-егетте туплай) тамамлағандан һуң, ул ябай халыҡты суд бинаһы янында йыйыу өсөн "илай-илай" ана шул видеоһын төшөрә лә инде. "Егеттәр, ҡыҙҙар