Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Шаярта был ҡартлас”, тип уйлағайным...

– Мине тәүҙә хәрби хеҙмәткә алмағастар бик ҡыйын булды, ғәрләндем. Нисек инде, күҙ күргән-белгән таныштарымдың барыһы ла алғы һыҙыҡта, ә мин һаман ситтә ҡала киләм. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән хәрби әҙерлек үтергә уҡталыуым бушҡа булды. Ҡатыным Надежда ла минең был изге теләгемде шаяртыу тип ҡабул итте, “алтмышҡа етеп килгәнеңдә ниндәй һалдат инде һин”, тип йәшемә төрттөрөргә лә онотманы, – тип хәрби хеҙмәт юлының нисек башланыуын хәтергә алды Владимир Владимирович Узельдингер. Фамилияһына ҡарап, беҙ уның “немец” милләтенән булыуын күҙаллағайныҡ инде, һиҙемләүебеҙ дөрөҫкә сыҡты. Ҡырмыҫҡалы районына уның нисек, ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы ҡыҙыҡһындырҙы. Баҡһаң, егет Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән. 19 йәшендә Надежда менән танышып, күп тә үтмәй өйләнешәләр. Ошонда ике ҡыҙҙары тыуа. 1994 йылда Ҡаҙағстандағы сәйәси сыуалыштар тормош көтөүҙе ауырлаштырғас, балаларҙың киләсәген уйлап, Надежданың ата-әсәһе йәшәгән Башҡортостанға ҡайтырға ниәтләйҙәр. Бер аҙҙан үҙҙәре йорт һатып алалар, дон

– Мине тәүҙә хәрби хеҙмәткә алмағастар бик ҡыйын булды, ғәрләндем. Нисек инде, күҙ күргән-белгән таныштарымдың барыһы ла алғы һыҙыҡта, ә мин һаман ситтә ҡала киләм. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән хәрби әҙерлек үтергә уҡталыуым бушҡа булды. Ҡатыным Надежда ла минең был изге теләгемде шаяртыу тип ҡабул итте, “алтмышҡа етеп килгәнеңдә ниндәй һалдат инде һин”, тип йәшемә төрттөрөргә лә онотманы, – тип хәрби хеҙмәт юлының нисек башланыуын хәтергә алды Владимир Владимирович Узельдингер. Фамилияһына ҡарап, беҙ уның “немец” милләтенән булыуын күҙаллағайныҡ инде, һиҙемләүебеҙ дөрөҫкә сыҡты. Ҡырмыҫҡалы районына уның нисек, ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы ҡыҙыҡһындырҙы. Баҡһаң, егет Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән. 19 йәшендә Надежда менән танышып, күп тә үтмәй өйләнешәләр. Ошонда ике ҡыҙҙары тыуа. 1994 йылда Ҡаҙағстандағы сәйәси сыуалыштар тормош көтөүҙе ауырлаштырғас, балаларҙың киләсәген уйлап, Надежданың ата-әсәһе йәшәгән Башҡортостанға ҡайтырға ниәтләйҙәр. Бер аҙҙан үҙҙәре йорт һатып алалар, донъяны йәмләп, өсөнсө ҡыҙҙары тыуа... Балалары тураһында һүҙ сыҡһа, Владимир Владимировичтың йөҙө яҡтырып, кәйефе күтәрелеп китә. Бөгөн Түбәнге Камала ашнаҡсы булып эшләгән Олеся, Өфөлә шәфҡәт туташы һөнәрен яратып башҡарған Светлана, Сургут ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау һағында торған шәфҡәт туташы Эрика атайҙың ҙур ғорурлығы һәм ныҡлы таянысы. – Ғүмер буйы йәшәгән иреңде лә ҡайһы саҡта аңлап бөтөп булмай икән. Владимирҙы биш бармағымдай белгән кеүек булһам да, уның яңынан-яңы асылған сифаттары,тәүәккәллек, үҙ һүҙлелек кеүек ҡылыҡтары хайран итә ҡайһы саҡ, – тип һүҙгә ҡушыла Надежда. – Иртән ҡабалана-ҡабалана үҙем эшләгән трансформаторҙар заводына йыйынам. Ул – мастер булып эшләгән кирбес заводына. Күп тә үтмәй телефондан шылтырата ,”мин медицина тикшереүе үтеп йөрөйөм, йәнәһе, белеп ҡуй, ҡарсыҡ”. “Шаярта был ҡартлас”, тип уйлайым эстән генә, шулай ҙа тора-бара күңелгә шик төштө. Тиккә шылтыратмағандыр, моғайын, аталарының күптәнге уйын ғәмәлгә ашырыу ихтималлығын ҡыҙҙарыма хәбәр итә һалдым. Кисен улар күмәкләп Владимирҙы уйынан ҡайтырға өгөтләне, “атай, ошо йәшеңдә ут аҫтына инергә әҙер булғас, беҙгә ни ҡала, беребеҙ ҙә һинән ҡалмайбыҙ– барабыҙ”, тип әйтеп ҡаранылар. Бер нисә көн ауыҙына һыу ҡапҡандай шып-шым йөрөгәс, тынысланды, ниһәйәт, үҙенең ҙур булмаған мөмкинлектәрен баһаланы, аҡылына ҡайтты, тип уйланым. Ә ул өс-дүрт көн үткәс, тотто ла Өфөгә йүнәлде... – тип артта ҡалған икеләнгән, шомланған мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө Надежда. Шулай итеп, 2023 йылдың июль айында Владимир Узельдингер 59 йәшендә Таһир Кусимов исемендәге батальонда тынғыһыҙ хәрби хеҙмәт юлын башлай. Уға тәүге көндән үк “Немец” позывнойын “йәбештерәләр”. Гранатометсылар взводына эләгә. – Хеҙмәттәштәр араһындағы берҙәмлек, дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ бик көслө. Йәштәрҙең булдыҡлылығы, белеме, йылдамлығы һоҡландырҙы. Минән дә өлкәнерәктәрҙең хеҙмәт итеүен, еңеүҙе яҡынайтыуға лайыҡлы өлөш индереүҙәрен күреп, шатландым, әлбиттә. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, булдырабыҙ! Беҙҙең райондан да ир-егеттәр байтаҡ, бер туғандай ярҙамлашып, аралашып йәшәйбеҙ. Ҡабаҡ ауылынан “Малыш” позывнойлы яугир менән танышып алдыҡ. Хәрби- матди тәьмин итеү ротаһына күсергәс, яңы һөнәр үҙләштерергә тура килде. 40-50 яугиргә аш-һыу әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Иртән, ғәҙәттә, бутҡа бешерһәк, төшкә туҡлыҡлы аш, ит ризыҡтары өлгөртәбеҙ. Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ, гуманитар йөк менән килгән аҙыҡ та етерлек. Кухня ер аҫтындағы тәрән блиндаж эсендә, солярка яғып бешерәбеҙ. Быға ла күнегергә кәрәк, әлбиттә. Узельдингерҙарҙың татыу ғаиләһе Ҡырмыҫҡалы районының, нигеҙҙә, сыуаш халҡы тупланып йәшәгән Сихонкин ауылында донъя көтә. Йорт хужаһы киләсәккә пландары менән ихлас уртаҡлаша, тыныс тормошҡа ҡайтыу менән өйҙәрен ремонтлау , ҡыҙҙарын бергә йыйып фекерләшеү уйы тынғы бирмәй, ҡатыны менән шифаханала бергәләп ял итеп ҡайтырға ла иҫәбе бар. Ватан һаҡсыһына һаулыҡ, йортона именлек , ғаиләһенә сабырлыҡ теләп хушлашабыҙ. Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайт, һалдат! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.