Таныш юрист күсемһеҙ милекте балаларыма мираҫ итеп ҡалдырырға кәңәш итте. Ошо хаҡта тулыраҡ аңлатһағыҙ ине. К. КӘБИРОВ. Белорет ҡалаһы. – “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлатыуынса, мираҫ кешегә өс нигеҙҙә күсә: * васыят буйынса – вариҫты мираҫ биреүсе үҙе билдәләй; * мираҫ килешеүе буйынса – мөлкәтте алдан аныҡ кешеләр араһында бүлеү мөмкинлеген бирә; * закон буйынса – әгәр васыят булмаһа, мираҫты яҡын туғандар ала. Закон буйынса мираҫ алыуға ҡарағанда васыят нигеҙендәгеһе өҫтөнлөклө һанала. Был, мәрхүм булғандан һуң мөлкәтен кемгә ҡалдырырға икәнен кеше үҙе хәл итә, тигәнде аңлата. Хоҡуҡты нисек теркәйҙәр: *Нотариус мираҫҡа хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ бирә һәм шул уҡ көндә “Росреестр”ға хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында ғариза һәм кәрәкле документтар тапшыра. *Шуны иҫтә тотоу мөһим: әгәр мираҫ тураһындағы таныҡлыҡ 2019 йылдың 1 февраленә тиклем алынған, әммә уның нигеҙендә бирелгән мөлкәткә хоҡуҡ теркәлмәгән булһа, граждан, таныҡлыҡтың төп нөсхәһен