Медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы Силәбе өлкәһендә юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит була... Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының “ашығыс ярҙам” бригадаһы Өфөгә барғанда Силәбе өлкәһендәге юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит була. Йәйәүле, ҙур йөк машинаһы тәгәрмәсе аҫтына эләгеп, ҡаты яраланған. Бригада шунда уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн туҡтарға ҡарар итә. Фельдшер Радик Сәғәҙиев тиҙ генә хәлде баһалап, пациенттың ауыртыныуын баҫа, тәүге ярҙамды күрһәтә. Аҙаҡ бәләгә тарыған йәйәүлене Силәбе өлкәһенән килгән хеҙмәттәштәренә тапшыра. Юл-транспорт ваҡиғаларында йәшен тиҙлегендәй реакция, бик ашығыс ярҙам талап ителә, ти белгестәр. Тап ошо этаптағы медицина ярҙамы кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала ала, тип яҙа социаль селтәрҙә Мәсәғүт үҙәк дауаханаһы төркөмө. Фото: https://duv-vest.ru/