Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шәп егет ул Санъяр!

Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә хәбәр итә. “Бөгөн һеҙгә Ниғәмәт ауылынан киләсәге сағыу буласаҡ йәш кеше - Санъяр Мырҙағәлин тураһында һөйләргә теләйем. Санъярҙың атаһы - Әҡсән Зиннур улы Мырҙағәлин - ысын герой. Ул ике локаль һуғышта - Чечен һәм Украина биләмәһендә ҡатнаша, махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк була. Санъяр - әүҙем тормош позицияһына эйә, дәртле һәм спорт менән мауыҡҡан йәш кеше, уҡыуҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Атаһы иҫтәлегенә ул үҙенең йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тарафынан бирелгән ҡорал күргәҙмәһен ойошторған. Ошо күргәҙмә менән ул Ниғәмәт ауылы мәктәбендә һәм Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә булды. Бынан тыш, Санъяр класташтары менән яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре яһай. Үҫмер «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ойошторған «Кем ул Ватанды һаҡлаусы?» темаһына видеороликтар конкурсында еңеүсе булды. Үҫеп килеүсе йәш быуын, Санъяр кеүек балалар барында, илебеҙ өсөн ышаныслы терәк бул

Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә хәбәр итә. “Бөгөн һеҙгә Ниғәмәт ауылынан киләсәге сағыу буласаҡ йәш кеше - Санъяр Мырҙағәлин тураһында һөйләргә теләйем. Санъярҙың атаһы - Әҡсән Зиннур улы Мырҙағәлин - ысын герой. Ул ике локаль һуғышта - Чечен һәм Украина биләмәһендә ҡатнаша, махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк була. Санъяр - әүҙем тормош позицияһына эйә, дәртле һәм спорт менән мауыҡҡан йәш кеше, уҡыуҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Атаһы иҫтәлегенә ул үҙенең йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тарафынан бирелгән ҡорал күргәҙмәһен ойошторған. Ошо күргәҙмә менән ул Ниғәмәт ауылы мәктәбендә һәм Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә булды. Бынан тыш, Санъяр класташтары менән яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре яһай. Үҫмер «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ойошторған «Кем ул Ватанды һаҡлаусы?» темаһына видеороликтар конкурсында еңеүсе булды. Үҫеп килеүсе йәш быуын, Санъяр кеүек балалар барында, илебеҙ өсөн ышаныслы терәк булыр, тип ышанам. Уға уҡыуында уңыштар, һаулыҡ, илһам һәм үҙенә ышаныс теләйем. Уның белемгә ынтылышы һәм киләсәк өсөн яуаплы булыуы башҡаларҙы илһамландырһын”, - тип яҙған Азамат Сәфәрғәле улы. Афарин, Санъяр! Фото: Баймаҡ раойн хакимиәте сайтынан