Актерҙар башҡарыуында театрлаштырылған тамаша каналдың барлыҡҡа килеүе һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Стәрлетамаҡтан «Ашҡаҙар» фольклор-эстрада төркөмө, шулай уҡ үҙешмәкәр артистар кисәне үҙенсәлекле сығыштар менән биҙәне. Юбилей уңайынан «Ашҡаҙар» радиоһы 15 йыл эфирҙа» китабы донъя күрҙе, радиоканал гимнының премьераһы уҙҙы. Башҡортостан радиоһының бүлексәһе булараҡ ойошторола һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән радиоканал Башҡортостанда йәшәгән башҡорт һәм татар милләте вәкилдәренең мәғлүмәти һәм рухи ихтыяждарына йүнәлтелгән. «Ашҡаҙар» радио тыңлаусыларҙа изгелек, Ватанға һәм яҡындарға, тыуған мәҙәниәткә һөйөү кеүек кешелек ҡиммәттәрен үҫтерергә һәм һаҡларға ынтыла. Халыҡты республиканың мәҙәни тормошонан оператив һәм объектив мәғлүмәт менән тәьмин итә, алдынғы идеяларҙы пропагандалай, музыка сәнғәтенең төрлө өлгөләре, мәҙәни ҡомартҡылар менән таныштыра, ысын сәнғәт