Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан менән Беларусь хеҙмәттәшлеге сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында һөйләне. ✔Башҡорт-беларусь мөнәсәбәттәренең һуңғы бер нисә йылына күҙ һалһаҡ, беҙ мөмкинлектәрҙе өйрәнгән, бәйләнештәрҙе яйға һалған, эште ойоштороу өсөн кәрәкле институттар һәм структуралар булдырған башланғыс этапты үттек, тип әйтергә була. ✔Осрашыуҙарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса төп мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Нимәлер тураһында килешкәнбеҙ, унда ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тейешбеҙ. Мәҫәлән, Беларустың еңел сәнәғәт тауарҙары өсөн республика баҙарын асыу йүнәлешендә эшләйбеҙ. ✔Кооперация өлөшөндә ҙур предприятиеларыбыҙ буйынса эштәрҙең нисек барыуын ҡараныҡ. Мәҫәлән, МАЗ һәм Өфө троллейбус-трамвай заводының троллейбустар сығарыу буйынса берлектәге проекты. ✔Туризм өлкәһенә ентекләп туҡталдыҡ. Беҙҙең өлкән йәштәгеләр «Башҡорт-беларусь оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһына сәйәхәт итә. Хәҙер Беларусь Хөкүмәтенә лә ошондай уҡ программа
Башҡортостан менән Беларусь хеҙмәттәшлеге тиҙләнеш ала
10 февраля 202510 фев 2025
1 мин