Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хәниә Фәрхиҙең әсәһенең хәлен белгәндәр

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Хәниә Фәрхиҙең дә вафатына һигеҙ йыл тулып килә. Әммә уның ижадын яратыусылар йырсының ижады, ғаиләһе менән даими ҡыҙыҡһынып тора, уның музейына бара. Ошо көндәрҙә Хәниә Фәрхиҙең ире Ғәбделхәй Биктаһиров ҡыҙы Алһыу менән Тәтешлегә ҡәйнәһенең һәм өләсәһенең хәлен белергә ҡайтҡан. Был хаҡта Алһыу социаль селтәрҙә атаһы менән өләсәһенең бик йылы аралашып ултырған фотоларын һалған. Үҙе лә уның менән фото төшкән. Фәниә инәйгә быйыл 95 йәш тула. Ул хәҙер ҡыҙы Фирүзә Ибәтуллина менән кейәүе тәрбиәһендә Тәтешле районында йәшәй. Хәниә Фәрхи йырҙары оҙаҡ йылдар тамашасылары күңелендә йәшәйәсәк әле. Фото: Алһыуҙың шәхси сәхифәһенән