Ғинуар аҙаҡтарында Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында ҡот осҡос ваҡиға теркәлә. Йортта насар еҫ килә башлағас, күрше ҡатын уның сығанағын эҙләп табырға була һәм ҡурҡыныс табышҡа юлыға. Еҫ фатирҙарҙың береһенән килгән була, ә полиция саҡыртҡас унда үле ҡыҙҙың серей башлаған кәүҙәһе табыла. 24 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе ике аҙна буйы ятҡан булып сыға. Тәфтишселәр уның телефонын, йорттағы камералар яҙмаһын өйрәнә. Уның һуңғы тапҡыр аралашҡан кешеһе Саҡмағош районынан 24 йәшлек егет булып сыға. Уны тиҙ арала ҡулға алалар һәм егет ғәйебен таный. Асыҡланыуынса, 9 ғинуар көндө егет үҙенең буласаҡ кәләше менән үпкәләшә. Баҡһаң, уға һәләк булған ҡыҙ шылтырата һәм был йөрөгән ҡыҙында шик тыуҙыра. Ғәйепләнеүсе уның өйөнә китә һәм кәләшенә шылтыратып, улар араһында мөнәсәбәттәр булмауын аңлатыуҙы талап итә. Тегеһе баш тарта. Улар талашып китә һәм егет бысаҡ менән күп тапҡырҙар уға сәнсә. Үлтергәндән һуң бысағын алып ҡайтып китә. Бысаҡты сүплеккә ташлай һәм бер ни булмағанса йәшәй башлай. Әле был эш бу