16 февралгә тиклем Башҡортостанда инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һаңғырауҙар спортының ҡышҡы төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы була. Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында сараны асыу тантанаһы булды. Башҡортостандың баш ҡалаһына илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 800-ҙән күберәк көслө спортсы килде. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов, Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребров һәм башҡа маҡтаулы ҡунаҡтар килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларға ым-ишара телендә мөрәжәғәт итте. “Рәхим итегеҙ! Башҡортостанда сәләмләйем. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!” Сарала һәм ярыштарҙа ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев сәләмләү ебәрҙе. Унда: “Ҡәҙерле дуҫтар! Сарала ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы һәм Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиада ҡунаҡтарын сәләмләйем. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың билдәләүенсә, нәҡ һаулыҡ м