Ир-егеттең абруйы, ғаиләһе, йәмғиәт алдындағы бурыстары хаҡында халҡыбыҙҙың тәрбиә өлгөләрендә, ауыҙ-тел ижадында ла, динебеҙ һабаҡтарында ла күп әйтелә. Барыһында ла мәғәнә уртаҡ: көслө зат – терәк-таянысыбыҙ, уның абруйы изге эш-ғәмәлдәрендә һынала. Билдәле милләттәшебеҙ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, дүрт бала үҫтергән ишле ғаилә башлығы Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатовтың ҡаҙаныштарының нигеҙе лә – ябайлыҡта, оло кешелек сифаттарында. Фронтовик атай һабаҡтары ...18 йәше тулыу менән Бөйөк Ватан һуғышына алынған Хәлфетдин Ишморатов Сталинград, Курск дуғаһы, Яссы, Кишинев яуҙарын үтеп, Белоруссияны, Украинаны, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, өс тапҡыр ҡаты яраланып, тыуған еренә оло еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайта. Күрше ауылдан үҙе кеүек ихлас, уңған, һылыу Заһира Солтан ҡыҙына өйләнеп, туғыҙ балаға ғүмер бирәләр. Әммә ҡаты яралары 58 генә йәшендә мәңгелеккә оҙата ҡаһарман яугирҙе... – Һуғышты башынан аҙағынаса үткән атайым тормошто шул ҡәҙәр яратты. Барлыҡ туғандарын, һәр ауылдашын ихлас күңелдән ихтирам итә, һәммәһенә лә ярҙамлашырға әҙер генә тора торғайны. Әсәйем дә ирен бөтә яҡлап хуплап, ҡәҙерләп йәшәне, беҙҙең алда атайҙың абруйын юғары ҡуя белде, – тип яҡындарын оло һөйөү менән хәтергә ала Хәләф Хәлфетдин улы. – Атайым яуҙа күргәндәре, хәрби хеҙмәттәштәре тураһында гел һөйләй, татыулыҡтың, бер-береңә кешелекле, кеселекле булыуҙың мөһимлеген күңелебеҙгә тәрән һеңдерергә теләп аңлата торғайны. Уның һуғыш хаҡындағы тойғо-кисерештәрен ныҡлы тоям һәм: “Моғайын, кешелек яуҙың ҡот осмалы дәһшәт икәненә төшөнгәндер, һабаҡ алғандыр. Ҡабат һуғыш уты ҡупмаҫтыр”, – тип уйлайым, быға ысынлап ышана инем. Әммә... Күпме йылдар үткәс, үҙебеҙҙең балалар үҫеп еткәс, һуғыш ғәрәсәте тағы ҡупты. Фашистик гидраның башы тулыһынса өҙөлмәгән булып сыҡты. Хәҙер беҙҙең атай-олатайҙарҙың дошманға ҡаршы “ҡылысы”н ейәндәре үҙ ҡулына алып, именлек өсөн көрәште дауам итә. Махсус хәрби операция илебеҙҙең бер ғаиләһенә лә ҡағылмай ҡалмағандыр. Минең дә ике ҡустым “Росгвардия” составына ингән Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальонында хәрби бурысын үтәй. Береһе ҡайтты, хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, яуҙағы хеҙмәттәштәренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Икенсе ҡустым иһә әле алғы һыҙыҡта. Ғөмүмән, фронтовик улы, МХО яугирҙәренең ағаһы булараҡ, донъялағы бөгөнгө хәлдәрҙе, әлбиттә, бик ауыр кисерәм. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың махсус хәрби операция биләмәһендәге барлыҡ ир-егеттәренең тыуған яғыбыҙға имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйем. Һәм беҙгә мотлаҡ еңеү кәрәк. Фашистик идея тамыры менән ҡороһон өсөн. Башҡа яу ҡупмаһын өсөн. Киләсәк быуындар тыныс йәшәһен өсөн. Быйыл, белеүегеҙсә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы. Мин, бар замандаштарыбыҙ кеүек үк, 9 Майҙы һәр саҡ тулҡынланып та, һағышланып та, ғорурланып та ҡаршылай торғайным. Быйыл иһә тойғо-кисерештәр көслөрәк, тәрәнерәк, ауырыраҡ. Бөйөк Еңеүҙе МХО шарттарында ҡаршыларға мәжбүрлегебеҙ, алда әйткәнемсә, именлек өсөн көрәштең дауам итеүе билдәһе. Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө Бөгөн беҙҙең иң оло ҡиммәттәребеҙҙең береһе – илһөйәрлек. Элек һәр Совет кешеһенең күңелендә булғас, уның тураһында, бәлки, һөйләү ҙә кәрәкмәгәндер. Әммә бөгөн йәш быуынға Ватанды һөйөүҙең күркәм өлгөләрен китаптар, матбуғат баҫмалары, фильмдар аша даими күрһәтеп, йөрәктәренә үтерлек итеп аңлатып тороу мөһим, ти Хәләф Хәлфетдин улы. – Совет власы тарҡалып, партия, комсомол эштәре туҡталып ҡалғандан һуң йәмғиәтебеҙҙә илһөйәрлек тойғоһо, ысынлап та, кәмей башлағандай булды. Сит илдәрҙең “ҡиммәттәре”нә һуҡырҙарса эйәреү сәбәпле үҙ асылыбыҙҙан ситләшеү осраҡтарын күреп, хафаға ҡалдыҡ, – тип ул осорҙо хәтергә ала Хәләф Хәлфетдин улы. – Шул саҡта республика Хөкүмәтендә эшләгәс, илһөйәрлектең нигеҙе ҡаҡшай барыу осраҡтары менән туранан-тура осрашырға мәжбүр була инек. Йәмғиәтебеҙгә янаған хәүефте алдан уҡ “ауыҙлыҡлау” өсөн ниндәйҙер саралар күрергә тейешлегебеҙҙе тәрән аңлап, өҫтән күрһәтмәләр көтөп ятмайынса, республика кимәлендә аңлатыу эштәре башларға ҡарар иттек. Иң юғары ҡиммәтебеҙ нимә? Эйе, ғаилә. Барыһы ла унан башлана. Шуны күҙ уңында тотоп, 1998 йылды Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан иттек. Илдә беренселәрҙән булып оло эш башланыҡ. Беҙҙән күреп, күркәм башланғысыбыҙҙы башҡа төбәктәр ихлас күтәреп алды. Һөҙөмтәлә тотош Рәсәй кимәлендә һәр йылды айырым темаға, йүнәлешкә арнап үткәреү йолаһы барлыҡҡа килде. Туҡһанынсы йылдарҙа совет идеологияһы юҡҡа сығарылғас, кешеләрҙең күңелендә ниндәйҙер бушлыҡ барлыҡҡа килде. Уны тап илһөйәрлек, рухи ҡиммәттәребеҙ менән тултырырға кәрәк ине. Тәрбиәүи эш менән ваҡытында шөғөлләнмәһәк, асылыбыҙҙы юғалтыу хәүефе янаны. Ошоға юл ҡуймау маҡсатындағы эштәребеҙҙең тағы береһе шул: 1996 йылда Башҡортостан гражданын тәрбиәләү буйынса республика йыйылышы үткәреп, уны артабан республиканың район-ҡалалары мәктәптәрендә лә уҙғарыуҙы ойошторҙоҡ. Һәм бөгөн ныҡлы ышаныста әйтә алам: ҡатмарлы осорҙа дөрөҫ юлды һайлағанбыҙ. Әгәр ваҡытында һөҙөмтәле саралар күрелмәһә, бөгөн, бәлки, илһөйәрлек һүҙе тарихта ҡалған булыр ине. Ошонан сығып әйткәндә, йәш быуын күңеленә ватансылыҡ тойғоһон өҙлөкһөҙ һалып тороу мөһим. Был туҡтауһыҙ һөйләргә кәрәк тигәнде аңлатмай. Шәхестәребеҙ өлгөһөндә үҫтерәйек балаларыбыҙҙы. Шулай уҡ бөгөн дин тәрбиәһе мөһим. Ата-бабаларыбыҙҙан килгән Ислам һабаҡтары, әҙәп-әхлағы нигеҙендә милләтебеҙҙе, туған телебеҙҙе, еребеҙҙе, башҡа рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлай, үҫтерә алабыҙ. Мин бөгөнгө йәштәребеҙҙең, балаларҙың дингә ынтылышын хуплайым, иманлы булыуҙары, мәсеткә йөрөүҙәре, өлкәндәрҙе хөрмәт итеүҙәре, белем алырға тырышыуҙары өсөн шул ҡәҙәр ҡыуанам. Әммә күңелде борсоған хәлдәр ҙә осрап тора. Мәҫәлән, һәр ауылда тиерлек иман йорттары бар ҙа ул, тик тейешле белем алған имамдарыбыҙ етешмәй. Ошо сәбәптәндер ҙә, диндә төрлө ағымдар барлыҡҡа килеүсән. Йәштәребеҙҙе бындай ҡурҡыныстан, хаҡ юлдан яҙыуҙан һаҡлау өсөн власть органдарының, мөфтиәттәрҙең, дини уҡыу йорттарының, урындарҙағы мәсеттәрҙең ҡулға-ҡул тотоношоп, бер йүнәлештә – традицион Ислам нигеҙҙәре буйынса эшләргә тейеш. Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө, тиҙәр. Динебеҙҙе өйрәнһәк, тыуған еребеҙҙә ышаныслы баҫып торорбоҙ. “Ауылдаштарыма ярҙам итәсәкмен”, тип теләй инем Хәләф Хәлфетдин улы, илһөйәрлектең нигеҙе – ғаиләлә, айырыуса атай тәрбиәһендә, тип билдәләй. Тыуған илең, ерең мәнфәғәтендә хеҙмәт итеү ҙә күңелдә ватансылыҡ тойғоһон көсәйтә, ти ул. – Балаларҙы эшкә өйрәтеп үҫтереү ҙә – илһөйәрлеккә бер аҙым, – ти. – Ни өсөн тигәндә, ҡайҙа тирең түгелгән, шул ер ҡәҙерлегә әйләнә. Ә еңел-елпе йөрөгәндәрҙең уйҙары ла елдәй ул – унда-бында боролорға ғына тора. Тыуған ерендә эшләп, тупрағының ҡәҙерен белеп, һыуының тәмен татып үҫкән кеше иһә ситкә сығып китмәйәсәк тигән фекерҙәмен. Эйе, бөгөн хеҙмәт тәрбиәһе үтә мөһим. Илһөйәрлектең ғаиләнән, тыуған төйәктән башланғанын раҫлап, республикабыҙҙа “Атайсал” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Үҙемә килгәндә, урман-таулы Бөрйәндең ауыр йәшәү шарттарында үҫкәнгәлер, ҙурайғас, ауылдаштарыма, яҡташтарыма мотлаҡ ярҙам итәсәкмен тип уйлай торғайным. Аллаға шөкөр, ундай мөмкинлектәрем булды, әле лә ихлас күңелдән булышлыҡ ҡылырға тырышам. Тыуған ауылым Яңы Усман менән, ауылдаштарым менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәнем. Заманында Бөрйән, Баймаҡ райондарынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булдым, урындағы тормош шарттарын яҡшыртыу ниәтендә хәлемдән килгәнсә төрлө яҡшы эштәр башҡарырға тырыштым. Киләсәктә лә, Аллаһ бирһә, ошо ғәмәлдәрҙе дауам итергә яҙһын. Бындай эштәрҙе алып барыу йәһәтенән Өфөләге Бөрйән районы яҡташтар ойошмаһына ышанысым ҙур, уларға уңыштар теләйем. Ғөмүмән, бөгөн нимә һөйләһәң дә, илһөйәрлеккә, изгелек ҡылыуға әйләнеп ҡайтаһың. Ошо асылыбыҙҙы, юғары тойғоларыбыҙҙы һаҡлаһаҡ ине. Изгелек ҡылыуҙан туҡтамаҫҡа кәрәк. Яҡшылығың барыбер үҙеңә әйләнеп ҡайтып, күңелеңә – бөтөнлөк, тормошоңа ырыҫ-бәрәкәт өҫтәй ул. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Ир-егеттең абруйы, ғаиләһе, йәмғиәт алдындағы бурыстары хаҡында халҡыбыҙҙың тәрбиә өлгөләрендә, ауыҙ-тел ижадында ла, динебеҙ һабаҡтарында ла күп әйтелә. Барыһында ла мәғәнә уртаҡ: көслө зат – терәк-таянысыбыҙ, уның абруйы изге эш-ғәмәлдәрендә һынала. Билдәле милләттәшебеҙ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, дүрт бала үҫтергән ишле ғаилә башлығы Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатовтың ҡаҙаныштарының нигеҙе лә – ябайлыҡта, оло кешелек сифаттарында. Фронтовик атай һабаҡтары ...18 йәше тулыу менән Бөйөк Ватан һуғышына алынған Хәлфетдин Ишморатов Сталинград, Курск дуғаһы, Яссы, Кишинев яуҙарын үтеп, Белоруссияны, Украинаны, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, өс тапҡыр ҡаты яраланып, тыуған еренә оло еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайта. Күрше ауылдан үҙе кеүек ихлас, уңған, һылыу Заһира Солтан ҡыҙына өйләнеп, туғыҙ балаға ғүмер бирәләр. Әммә ҡаты яралары 58 генә йәшендә мәңгелеккә оҙата ҡаһарман яугирҙе... – Һуғышты башынан аҙағынаса үткән атайым тормошто шул ҡәҙәр яратты. Барлыҡ туғандарын, һә