Үткән йылда Башҡортостанға, “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) сараларына ярашлы, пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса махсус кластар булдырыуға 333 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға мәктәптәрҙә һәм бер колледжда 20 класс асылып, йыһазландырылған. – Хәтерегеҙгә төшөрәм: республика был федераль проект беренсе тапҡыр тормошҡа ашырылған 30 пилот субъекты иҫәбенә инде. Милли проектта ҡатнашыу тармаҡты бер юлы бер нисә йүнәлештә үҫтерергә мөмкинлек бирә. Беренсенән, республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереү эҙмә-эҙлекле үҫешә – былтыр төрлө типтағы дүрт меңдән ашыу пилотһыҙ осоу аппараты эшләнде. Икенсенән, пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар әҙерләнә –2030 йылға тиклем йыл һайын 2000-шәр кеше уҡытыласаҡ. Әлеге ваҡытта республикала ете юғары һәм урта профессиональ белем биреү программаһы буйынса белем биреү алып барыла ла инде, – тип хәбәр итте республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Шулай уҡ Башҡо
БПЛА буйынса махсус кластар булдырыуға аҡса бүленгән
9 февраля 20259 фев 2025
1 мин