8-енән 15 февралгә тиклем, көн һайын, боҙҙа һигеҙешәр ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡушма командалар осрашасаҡ. Турнирҙар көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем үткәрелә. - Ишембайҙа һаңғырауҙар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса спартакиада бара. Ошондай кимәлдәге сара Башҡортостанда, айырым алғанда, Ишембайҙа беренсе тапҡыр үткәрелә. Кёрлинг – сағыштырмаса йәш спорт төрө. Беҙгә оҫталарҙың нисек уйнауын ҡарау ҡыҙыҡ. Ярыштар өсөн майҙансыҡтар бирә алыуыбыҙға шатбыҙ, - тип белдерҙе Ишембай районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы рәйесе Марат Зарипов. Күптәр өсөн кёрлинг – ят спорт төрө. Был – боҙ майҙансығындағы команда уйыны. Дүртешәр кешенән торған ике команда осраша. Турнир 10-шар осорҙан тора һәм уларҙың һәр береһендә команда һигеҙешәр таш ташлай. Уйынсыларҙың маҡсаты – һуҡмаҡ ҡаршыһындағы “өй”гә, мишень үҙәгенә ташлау. Шотландия кёрлингтың тыуған ере тип атала. 1992 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты уны спорттың Олимпия төрҙәре исемлегенә индергән. Сығанаҡ