Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ядро магнит резонансы спектрометры алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фән көнө уңайынан 100 миллион һумлыҡ яңы ҡорамалды сафҡа индереүҙә ҡатнашты. ЯМП спектроскопияһы - молекуляр кимәлдә матдәләрҙе тикшереүҙең иң ҡеүәтле һәм мәғлүмәтле ысулы. Яңы заманса ҡорамал химия, физика һәм молекуляр биологияла киң ҡулланыла: ул ғалимдарыбыҙға федераль дәүләт заданиеларын һәм институттарҙың республика ғилми-тикшеренеү программаларын сифатлыраҡ башҡарырға, яңы материалдарҙы һәм берләшмәләрҙе ентекле анализлау һәм тикшереү мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ заманса ҡорамал илдең технологик суверенитетын нығытыу маҡсатында үҙ эшләнмәләрен алып барған республика сәнәғәт предприятиеларында ла талап ителәсәк. Олег Яровиков фотолары.