Дүртөйлө районында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының муниципаль этабын уҙғарҙылар. – Еңеүселәре – ғәжәп шәхестәр. Был гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙе өлгөһө менән рухландыра, төрлө өлкәләрҙә – мәғарифта, мәҙәниәттә, һаулыҡ һаҡлауҙа, сәнғәттә һәм ирекмәнлектә нисек юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлеген күрһәтә. Уларҙың һәр береһе районыбыҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡәҙерле улдарын юғалтыуҙы – түҙеп торғоһоҙ ҡайғыны кисергәндәр ҙә бар. Уларҙың рухи көсөнә һәм сыҙамлығына ихлас һоҡланам, улар беҙҙең өсөн яҡты маяҡ һәм өлгө булып тора. Конкурстың төбәк этабына юлда гүзәл заттарыбыҙға үҙ көстәренә ышаныс һәм оптимизм теләйем. Уңыш һәм далан уларға һәр ваҡыт ярҙам итһен, ә изге эштәрендә районыбыҙҙы һәм матур республикабыҙҙы данлаһын, – тип белдерҙе Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, IX Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы 2024 йылдың 1 декабренән 2025 йылдың мартына тиклем ике этапта – төбәк һайлап алыу турҙар
Дүртөйлөләр “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының муниципаль этабын үткәрҙе
8 февраля 20258 фев 2025
1 мин