Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ир-аттың һаулығы ныҡ булһын өсөн...

Ир-егеттәрҙең фиғел-ҡылыҡтары шулай: ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һылтанмаҫҡа, уфтанмаҫҡа һәм зарланмаҫҡа күнеккәндәр. Тиккә генә уларҙы көслө зат вәкилдәре тип атамайҙар һәм һаулыҡтары ла ныҡ тип иҫәпләйҙәр. Ғәмәлдә барыһы ла шулаймы? Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, хәлдәр бөтөнләй икенсе: Рәсәйҙә 35 – 40 йәшлек ирҙәр араһында инфаркт осраҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда, 40 тапҡырға күберәк, үлем осраҡтары ла биш тапҡырға йышыраҡ теркәлә. Уларҙың йәшәү сифаттарын насарайтҡан сәбәптәр ҙә байтаҡ. Ә бит, теләк булғанда, йәшәү рәүешен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Ир-егеттәр, һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлап ҡалыу өсөн түбәндәгеләр хаҡында онотмаһағыҙ, уларҙы күҙәтһәгеҙ ине: Кемдер тәмәке көйрәтергә ярата икән, был насар ғәҙәттән мөмкин тиклем ҡотолоғоҙ. Юғиһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килеүе, яман шеш сиренең барлыҡҡа килеүе ихтимал. Дөрөҫ туҡланыуҙы ғәҙәт итегеҙ. Емеш-еләк, йәшелсә, артыҡ майлы булмаған ит рацион нигеҙенә әйләнергә тейеш. Физик йәһәттән әүҙем булыу тын ал

Ир-егеттәрҙең фиғел-ҡылыҡтары шулай: ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һылтанмаҫҡа, уфтанмаҫҡа һәм зарланмаҫҡа күнеккәндәр. Тиккә генә уларҙы көслө зат вәкилдәре тип атамайҙар һәм һаулыҡтары ла ныҡ тип иҫәпләйҙәр. Ғәмәлдә барыһы ла шулаймы? Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, хәлдәр бөтөнләй икенсе: Рәсәйҙә 35 – 40 йәшлек ирҙәр араһында инфаркт осраҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда, 40 тапҡырға күберәк, үлем осраҡтары ла биш тапҡырға йышыраҡ теркәлә. Уларҙың йәшәү сифаттарын насарайтҡан сәбәптәр ҙә байтаҡ. Ә бит, теләк булғанда, йәшәү рәүешен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Ир-егеттәр, һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлап ҡалыу өсөн түбәндәгеләр хаҡында онотмаһағыҙ, уларҙы күҙәтһәгеҙ ине: Кемдер тәмәке көйрәтергә ярата икән, был насар ғәҙәттән мөмкин тиклем ҡотолоғоҙ. Юғиһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килеүе, яман шеш сиренең барлыҡҡа килеүе ихтимал. Дөрөҫ туҡланыуҙы ғәҙәт итегеҙ. Емеш-еләк, йәшелсә, артыҡ майлы булмаған ит рацион нигеҙенә әйләнергә тейеш. Физик йәһәттән әүҙем булыу тын алыу ағзаларына ыңғай йоғонто яһай. Был йөрәк өсөн дә, психик сәләмәтлек өсөн кәрәк. Тән ауырлығы нормала булһын. Биле 100 сантиметрҙан ашыу тәшкил иткән ир-егеттәр, ғәҙәттә, һимереү менән бер рәттән, диабет, гипертония, инсульт кеүек сирҙәр менән дә йонсой. Талияны контролдә тотоу өсөн кәүҙә оҙонлоғонан 100 сантиметрҙы алығыҙ һәм ошо формула буйынса йәшәргә өйрәнегеҙ. Алкоголле эсемлектәрҙе сикләгеҙ, уларҙың бер ҡасан да яҡшыға килтермәйәсәге тураһында онотмағыҙ. Юғиһә ир-егеттәр үлеме осраҡтарының 30 проценты ошо сәбәпкә бәйле. Стреслы хәлдәрҙе урап үтергә, уларға дөрөҫ ҡарарға өйрәнегеҙ. Үрҙә әйтелгән күрһәтмәләрҙе генә булһа ла теүәл . үтәргә тырышығыҙ. Һөҙөмтәлә һаулығығыҙ һеҙҙе байтаҡ йылдар борсомаҫ. Нисек туҡланырға тейештәр? Көнөнә өс тапҡырҙан да кәм түгел ашарға. Ҡапҡылап алғығыҙ килә икән, емеш-еләк, йәшелсә һәм сәтләүектәр яҡшы, тип иҫәпләй белгестәр. Ә бына ҡәһүәне, ыҫланған аҙыҡ-түлекте, сүпрәле икмәкте, алкоголле эсемлектәре мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланығыҙ. Итте ир-егеттәр өсөн мөһим аҙыҡ тип иҫәпләргә мөмкин, сөнки ундағы аҡһым – органим өсөн мөһим “төҙөлөш материалы”. Тик уны ла аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр тирәһе генә ашарға була. Ә оло йәштәгеләрҙең тағы ла кәмерәк файҙаланыуы яҡшы. Туҡланыуҙа майлы омега-3, омега-6 кислоталары булһын. Улар ҡан тамырҙары, быуындар, иммунитет һәм ныҡлы нервылар өсөн кәрәк. Омега-3 майлы балыҡта, авокадола, етен майында бар. Ир-егеттәр өсөн тағы кәбеҫтәнең, һарымһаҡтың, һуғандың һәм помидорҙарҙың файҙалы икәнлеген онотмағыҙ. Көслө зат вәкилдәренең сәләмәтлегенә хәүеф янаған аҙыҡ-түлек: Һыра, ғөмүмән, спиртлы эсемлектәр ир-егеттәр организмы өсөн бик зыянлы. Өҫтәүенә, һырала булған ҡомалаҡта фитоэстрогендар бар. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси гормондары рецепторҙары менән бәйле һәм “һыра ҡорһағы”ның барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе. Картуф чипсыһы. Уның эсәктәрҙә яман шеш сирен барлыҡҡа килтереү ихималлығы бик ҙур. Бигерәк тә 45 йәше тулып уҙғандар был аҙыҡ менән “дуҫ булмаһын”. Соя. Андрологтар ир-егеттәргә соянан торған аҙыҡ-түлекте ашарға ҡушмай, сөнки ундағы эстрогендар ирҙәрҙең гормональ фондын боҙа. Бекон – тоҙланған һәм ыҫланған сусҡа ите. Унда май бик күп һәм ул организмда бик ауыр үҙләштерелә. Бөтнөк. Ул да фитоэстрогендарға бай, шуға уны хатта ҡатын-ҡыҙ үләне тип атап йөрөтәләр. Әгәр ир-егеттәр уны сәйгә күберәк һалып эсә икән, был уларҙың организмындағы тестостерондар кимәленә йоғонто яһауы ихтимал. Шулай итеп, аҙыҡ-түлектең файҙалы һәм төрлө булыуы зарур. Тағы көслө зат вәкилдәре өсөн көсөргәнешле хәлдәрҙең, депрессияның “төп дошман” икәнлеге тураһында оноторға ярамай. Бынан тыш, табиптарға даими күренеү кәрәклеге тураһында онотмағыҙ. Юғиһә уларҙың күбеһе медицина тикшеренеүен үтеү, табип күрһәтмәләрен үтәү өсөн ваҡыт тапмай.