Найти в Дзене

Эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн онлайн-портал эшләй башланы

Башҡортостанда “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) буйынса үҙмәшғүлдәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың тауарҙарын, хеҙмәттәрен танытыу һәм популярлаштырыу өсөн “Бизнесыңды таныт” (“Продвигай бизнес”) онлайн-порталы эшләй башланы. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Сайттың беренсе бүлеге 15 категорияла бирелгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр витринаһынан тора. Платформаға инеүселәр эшҡыуарҙың социаль селтәрҙәренә күсеп, уның тауарын һатып ала ала. Бынан тыш, улар “Үҙмәшғүлдәр картаһы”н (“Карта самозанятых”) файҙалана ала. Шулай уҡ һатып алыусылар республиканың район-ҡалаларында кемдәрҙең эшҡыуарлыҡ алып барғанын да белеү мөмкинлегенә эйә була. Икенсе бүлек – “Эшлекле бәйләнештәр биржаһы”. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн онлайн-визиткалар бар. Уларҙағы аңлайышлы интерфейс ярҙамында яңы партнерҙар, клиенттар һәм һатып алыусылар эҙләү еңелләшә. Республикала эшләгән һәр эшҡыуар “Бизнесыңды үҫтер

Башҡортостанда “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) буйынса үҙмәшғүлдәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың тауарҙарын, хеҙмәттәрен танытыу һәм популярлаштырыу өсөн “Бизнесыңды таныт” (“Продвигай бизнес”) онлайн-порталы эшләй башланы. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Сайттың беренсе бүлеге 15 категорияла бирелгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр витринаһынан тора. Платформаға инеүселәр эшҡыуарҙың социаль селтәрҙәренә күсеп, уның тауарын һатып ала ала. Бынан тыш, улар “Үҙмәшғүлдәр картаһы”н (“Карта самозанятых”) файҙалана ала. Шулай уҡ һатып алыусылар республиканың район-ҡалаларында кемдәрҙең эшҡыуарлыҡ алып барғанын да белеү мөмкинлегенә эйә була. Икенсе бүлек – “Эшлекле бәйләнештәр биржаһы”. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн онлайн-визиткалар бар. Уларҙағы аңлайышлы интерфейс ярҙамында яңы партнерҙар, клиенттар һәм һатып алыусылар эҙләү еңелләшә. Республикала эшләгән һәр эшҡыуар “Бизнесыңды үҫтер” онлайн-порталында бушлай аккаунт аса ала. – Үҙмәшғүлдәрҙән һәм эшҡыуарҙарҙан килгән һорауҙарҙы күреп, уларға ярҙам саралары булдырыуҙа киң мөмкинлек барлығын аңланыҡ. Шуға күрә махсус онлайн-портал әҙерләнек. Был майҙансыҡ эшҡыуарҙарға ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү өсөн тағы ла бер йоғонтоло алымға әүерелә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды генераль директоры Элиана Сәйетова. Фото: https://gtrk.tv/novosti/