Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Юлыңда гел яҡшы кешеләр осраһын, балам

Тормошта кешеләрҙең бер-береһенә изгелек итеү күренештәрен күрһәң, күңел күтәрелеп китә. Яңыраҡ йәш кенә бер ҡыҙҙың һөйләгәнен һеҙгә лә еткерергә булдым. – Матур ғына бер компанияға эшкә урынлашырға йөрөйөм. Әңгәмәләшеүгә саҡырылғандар минән башҡа ла бик күп, улар араһында ошо тармаҡта тәжрибәһе булғандар ҙа етерлек. Ә мин яңы ғына уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған белгес. Конкурстан үтеүгә ышанысым булмаһа ла, ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа булдым. “Килеп сығамы-юҡмы, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк” тип уйлайым. Иртүк тороп компанияның офисына юлландым. Юл ыңғайы һыу алырға магазинға индем. Сиратта минең алда ҡарт ҡына әбей баҫып тора. Ҡулына бер пачка сәй тотҡан. - Ошо тәмле сәйегеҙҙең хаҡы төшкән тип күргәйнем. Аҡсам етергә тейеш ул, - тип өмөтләнеп ҡулъяулығынан аҡсаларын сығарып кассирға һуҙҙы. – Уға ташлама ваҡыты тамамланған шул. Тулы хаҡ менән һатыла бөгөн. Аҡсағыҙ етмәй, – тине кассир ҡатын. –Эй, сәйем бөткәйне бит әле. Ҡалайтаһың, торғоҙоп ҡалдырам инде. Ҡарт

Тормошта кешеләрҙең бер-береһенә изгелек итеү күренештәрен күрһәң, күңел күтәрелеп китә. Яңыраҡ йәш кенә бер ҡыҙҙың һөйләгәнен һеҙгә лә еткерергә булдым. – Матур ғына бер компанияға эшкә урынлашырға йөрөйөм. Әңгәмәләшеүгә саҡырылғандар минән башҡа ла бик күп, улар араһында ошо тармаҡта тәжрибәһе булғандар ҙа етерлек. Ә мин яңы ғына уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған белгес. Конкурстан үтеүгә ышанысым булмаһа ла, ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа булдым. “Килеп сығамы-юҡмы, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк” тип уйлайым. Иртүк тороп компанияның офисына юлландым. Юл ыңғайы һыу алырға магазинға индем. Сиратта минең алда ҡарт ҡына әбей баҫып тора. Ҡулына бер пачка сәй тотҡан. - Ошо тәмле сәйегеҙҙең хаҡы төшкән тип күргәйнем. Аҡсам етергә тейеш ул, - тип өмөтләнеп ҡулъяулығынан аҡсаларын сығарып кассирға һуҙҙы. – Уға ташлама ваҡыты тамамланған шул. Тулы хаҡ менән һатыла бөгөн. Аҡсағыҙ етмәй, – тине кассир ҡатын. –Эй, сәйем бөткәйне бит әле. Ҡалайтаһың, торғоҙоп ҡалдырам инде. Ҡарт кеше сәйһеҙ тора алмай, аҡса һорап тороп булһа ла килеп алырмын, – тип сәйен ҡабат кассирға һуҙҙы. Әбей йәл булып китте. Үҙем дә һиҙмәҫтән: – Әбей, үҙем һатып алып бирәм. Ҡайтып тәмле итеп эсегеҙ!– тип хаҡын түләп сәйҙе ҡарсыҡҡа тотторҙом. Ҡарт кешенең нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ икән! “Рәхмәт, балам. Юлыңда гел яҡшы кешеләр осраһын” тип сәйҙе тотоп әллә күпме рәхмәттәрен уҡып тороп ҡалды. Күңелем үҙенән-үҙе күтәрелеп китте. Әңгәмәләшеүгә ингәндә үҙемдә ниндәйҙер ышаныс барлыҡҡа килде. Иң ғәжәбе – минән өлкән тәжрибәле апай-ағайҙар конкурстан үтә алманы. Эшкә мине һайлап алдылар. Әле лә шунда бик уңышлы итеп эшләп йөрөйөм, – тине йылмайып әңгәмәсем. Автор фотоһы.