Һәр миҙгел үҙенсә матур. Ҡышҡыһын йылға-күлдәрҙең боҙ менән ҡапланыуы, ап-аҡ ҡар яуыуы сана, саңғы һәм коньки кеүек спорт ҡорамалдарының уйлап сығарылыуына, һөҙөмтәлә бары ошо миҙгелгә генә хас спорт төрҙәренең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған. Өҫтәүенә, ҡышҡы спорт төрҙәренең күпселеге асыҡ һауала уйнау өсөн тәғәйенләнгән. Хоккей, конькиҙа йүгереү спорты, саңғы шыуыу кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре ғаилә менән бергәләп ял итеү өсөн дә отошло. Яңы йыл байрамдарын иһә тотош ғаилә менән саф һауала физик күнекмәләр эшләп үткәрергә мөмкин. Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының Яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында барлыҡҡа килгән “Яңы йыл ғаилә уйындары” фестивалендә быйыл да әллә күпме кеше ихлас ҡатнашты. “Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проекты ярашлы ойошторолған сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән ғаиләләр башта үҙ район-ҡалаһында – мун