“Яратам” тип әйтешмәнек... Бер-береһен аңлап, хәстәрләп, ҡәҙерләп, 70 йыл буйы иңгә-иң терәп ғүмер кисергән парҙар күп түгел. Бындай бейеклек – ир менән ҡатындың, иркен тын алып, йәшәлгән ғүмерҙәрен байҡап, яҙмыштарына рәхмәтле булыуҙарын белдерә торған мәлдер ул. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ғүмер кисергән Хөснә менән Ғәли Яубаҫаровтар ҙа бөгөн шундай тулҡынландырғыс мәлдәрен кисерә. Уларҙы ҡотларға Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Венера Вәлиева, район ЗАГСы бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Дауытова, элек үҙҙәре эшләгән урындарҙан вәкилдәр килде. Бала саҡтары, йәшлектәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәнлектән, улар икеһе лә ауырлыҡтарға сыҙам, ҡайғыларға бөгөлөп төшмәҫ ныҡлы рухлы, эшсән, ҡатынҡы холоҡло булып буй еткерә. Йәшлектә осрашып, һөйләшеп тә йөрөмәйҙәр, мөхәббәт утында ла янмайҙар. Нәби ауылы ҡыҙы Хөснә Мортаза ҡыҙы (1935 йылғы) менән Тимерҙән Ғәли Абдулла улы (1929 йылғы) дим буйынса ҡауыша ла бергә йәшәп ал